#ислам #башҡорт #дәғүәт НИ ӨСӨН МОСОЛМАН БУЛЫУ ФАРЫЗ? «Ни өсөн мосолман булыу кәрәк?» - тип һорау бирер кемдер. Быны аңлар өсөн, иң тәүҙә: «Нимә ул ислам дине?» - тигән һорауға яуап биреп ҡарайыҡ. Ниндәй генә фән йә ғилем булмаһын, уның мөһимме, мөһим түгелме икәнлеге кешеләрҙең уға ҡарата булған мохтажлығынан сығып билдәләнә. Йәғни, кеше өсөн, халыҡтар өсөн ниндәй файҙалар килтерә был фән (ғилем), ул нимә өйрәнә һәм уның маҡсаттары ниндәй? Мәҫәлән, әгәр кемдер тараҡандар тураһында айырым бер фән итеп һөйләй башлай икән, шунда уҡ билдәле – был фәндең дәрәжәһе бик юғары түгел, бәлки, тараҡандар тураһында нимәлер һөйләп ултырыуҙы фән тип атауы ла көлкө генә бер хәлдер (әммә шундай көлкө күренгән тикшеренеүҙәр ҙә аҙаҡҡы нәтижәһендә аҡыллы кешеләрҙең күңелендә иман сатҡылары уята йә булған иманды көсәйтә, сөнки кескәй генә бөжәктәрҙең тормошонда ла иҫ китерлек һәм ғәжәпкә ҡалырлыҡ хикмәтле нәмәләр бик күп). Шулай уҡ, әгәр ҙә беҙ, мәҫәлән, медицина тураһында һөйләшәбеҙ икән, күренеп тора – был бик мөһим фән. Ни өсөн? Сөнки был фән ярҙамында кешенең бик ҡиммәтле нәмәләре – ғүмере, һаулығы һаҡлана. Ә нимә ул дин, йәғни, әгәр бынан алдағы миҫалдарға яраштырып әйтһәк – иман тураһындағы фән? 📌 Иман тураһындағы фән – ул Раббыбыҙ тураһында еткерә. Белергә кәрәкме беҙгә был турала? Кем беҙҙе бар иткән? Кем беҙгә һис туҡтауһыҙ ризыҡ бирә? Кем Үҙенә ашҡынған һәр бер бәндәне һидәйәт (Тура юл) биреп сикһеҙ бәхетле итә һәм Үҙен танымаған, йөҙ сөйөргән кешеләрҙе һидәйәтһеҙ ҡалдыра? Кем беҙгә нимәнелер бойороҡ итеп ҡуша ала? Кем беҙгә, «был яҡшы, ә был алама», тип өйрәтә? Һәм Кем һуң беҙгә, «быны эшлә, быныһын эшләмә», тип әмерҙәр бирә? Ул беҙҙе нимә өсөн барлыҡҡа килтергән? Ә үлгәндән һуң беҙҙе ниҙәр көтә?.. Кешеләр өсөн мөһим һорауҙармы былар? Уларға яуап табыу беҙгә файҙа килтерерме? Әлбиттә, һис шикһеҙ, эйе. Быны артабан бер нисә миҫалдарҙа дәлилләп китәйек. Иман тигәнебеҙ алты терәктән тора: 💫 1) Аллаһҡа ышаныу, 💫 2) Аллаһтың фәрештәләре (тоғро хеҙмәтселәре) барлығына ышаныу, 💫 3) Аллаһтың кешеләргә һәм ендәргә Изге китаптар ебәреп тороуына ышаныу, 💫 4) Аллаһтың кешеләргә пәйғәмбәрҙәр ебәреп тороуына ышаныу, 💫 5) Ҡиәмәт көнө булырына ышаныу, 💫 6) тәҡдиргә ышаныу. Мәҫәлән, тәҡдиргә ышаныу беҙгә тормошобоҙҙа күргән төрлө ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирергә өйрәтә. Әйтәйек, тәҡдиргә ышанмаған кешеләр, әгәр уларға оҡшамаған берәй хәл тыуа ҡалһа: «Ни өсөн миңә шундай бәлә килде, ауырыу килде, фәлән-төгән, фәлән-фәсмәтән?!» - тип ҡаңғыра башлай. Ә әгәр ҙә беҙ Аллаһтың яҙған тәҡдиренә ышанабыҙ икән, ул саҡта ғүмер юлыбыҙҙа килеп сығып торған төрлө хәлдәргә дөрөҫ ҡараш менән мөғәмәлә итәбеҙ. Шатлыҡ килә икән, ҡыуанабыҙ һәм Аллаһҡа шөкөр итәбеҙ, сөнки беләбеҙ: был – Аллаһтың ҡушҡан тәҡдире. Ауырлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт килһә, сабыр итәбеҙ һәм беләбеҙ: быныһы ла Раббыбыҙҙың яҙған тәҡдире. Икеһе лә ахыр сиктә мөьмин өсөн хәйерле, сөнки донъя шулай ҡоролған, был Аллаһтың ҡуйған хөкөмө – шатлыҡ күр ҙә шөкөр ит, ауырлыҡ күр ҙә сабыр ит һәм Мәңгелеккә табан аҙымла. Шулай уҡ, мәҫәлән, Ҡиәмәт көнөнә ышаныу беҙгә киләһе һорауҙарға яуап бирә: беҙ ҡайҙа барабыҙ? тормошобоҙҙоң маҡсаты нимәлә? беҙҙе үлгәндән һуң нимә көтә? ни өсөн күберәк яҡшылыҡтар эшләр кәрәк? ни өсөн гонаһлы ғәмәлдәрҙән тыйылырға тейешбеҙ? Ә бит диндән йыраҡ булған кешеләр был һорауҙарға яуап бирә алмай, шуға ла күптәр ғүмерҙәрен мәғәнәһеҙ итеп уҙғара, ҡиммәтле көндәрен буш, файҙаһыҙ шөғөлдәр менән әрәм итә, аҙаҡ яза булырын уйламай, бәғзе берәүҙәр ҡурҡыныс енәйәттәр эшләп ташлай, фәхешлеккә сума, һәм үҙҙәренә ҡул һалған кешеләр ҙә бик аҙ түгел. Шулай итеп, дин – ул, ябайлаштырып әйткәндә, кешелектең ни өсөн тереклек итеүе тураһында өйрәнә торған фән. Һәм, әлбиттә, был фән бөтә фәндәр араһында иң юғары урында булырға тейеш, һәм уңышҡа ирешергә теләгән һәр кеше иң беренсе шул фәнде өйрәнеү тураһында ҡайғыртырға бурыслылыр. Иманлы булыу менән иманһыҙ булыу араһында айырма шаҡтай ҙур. Мәҫәлән, иманһыҙ кеше берәй изгелек ҡыла икән, ул ғәмәл Аллаһ тарафынан ҡабул ителмәй. Бындай эште Раббыбыҙ тик иманлы кешеләрҙән генә ҡабул итә. Эйе, иманһыҙ (йәғни кафыр) кеше лә үҙенең ҡылған изгелектәре өсөн ниндәйҙер файҙа алыуы мөмкин, әммә – тик был донъяла ғына. Йәғни, яҡшы холоҡло булғаны өсөн уны, бәлки, ихтирам итерҙәр, уға рәхмәт әйтерҙәр, уны маҡтап һөйләрҙәр һәм башҡаһы. Әммә теге донъяла ул үҙенең яҡшы ғәмәлдәре өсөн бер ниндәй ҙә әжер күрмәҫ, сөнки уның күңел төбө барыбер боҙоҡ булған – ул Аллаһты танымаған, бәлки таныһа ла, Уға ғибәҙәт ҡылмаған, бәлки ғибәҙәт ҡылһа ла, Уға тиңдәш тотҡан. Шулай итеп, ниндәй генә эш ҡылынмаһын, уның Аллаһ тарафынан ҡабул ителеү шарты – был эш иман менән башҡарылырға тейеш. Ул турала Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән-Кәримдә шулай ти: ✨«Кафырҙарҙың эштәре сәхрәләге сағым (мираж) кеүек. Һыуһаған кеше уны һыу тип уйлай, әммә килеп етһә, унда бер ни ҙә юҡ икәнен күрә. Уның эргәһендә – унан тулыһынса хисап ала торған Аллаһ. Ысынлап та, Аллаһ хисапта етеҙ!»✨ («Нур» сүрәһе, 24:39). Иманһыҙ кеше үҙенең яҡшы эштәренә сүлдәге сарсаған бәндә, «анау ергә барып етәм дә һыу эсәм», тип өмөт иткән кеүек өмөт итә. Бахыр бәндә барып еткәс нимә таба? Бушлыҡ! Кафыр ҙа барған еренә барып етә бит, ул да булһа – үлем. Нимә уны ҡаршылай? Бушлыҡ! Ниндәй аяныс! Күҙенә изге булып күренгән ғәмәлдәр урынында бер нимә лә юҡ! Ә унан һуң Мәңгелек, кисектергеһеҙ ғазап! Ни өсөн? Сөнки ул был ғәмәлдәрҙе иманһыҙ килеш башҡарҙы, сөнки уның йөрәгендә Аллаһҡа ышаныу булманы, ул Уның ҡушҡандарын үтәмәне, Уның тыйғандарынан тыйылманы... Аллаһ Тәғәлә иманһыҙ килеш ғәмәл ҡылыусы тураһында тағы шулай ти: ✨«Раббыларына иман килтермәгән кешеләрҙең мәҫәле: уларҙың ҡылған (яҡшы) эштәре – дауыллы көндә ҡойон осороп киткән көл шикелле. Улар үҙҙәре ҡаҙанған нәмәләр менән һис бер нисек файҙалана алмаҫ. Ошо була инде тәрән аҙашыу!»✨ (Ҡөрьән, «Ибраһим» сүрәһе, 14:18). Әгәр ҙә һин ҡулыңда аҡса тотоп тораһың икән, уны дауыл көндә урамға сығып һанама – йыйып бөтөрә алмаҫһың. Уйлап ҡара, әгәр усыңда көл ятһа, унан нимә ҡалыр? Дауыл һиңә нимә ҡалдырыр? Бер нимә лә ҡалмаҫ... Имандың тағы мөһим бер файҙаһы – ул күңел тыныслығы һәм бәхет тойғоһо. Әгәр улар булмаһа, йәшәүҙең рәхәтлеге һәм ҡыҙығы ла юҡ. Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Ирҙәр һәм ҡатындарҙан кем изге эш эшләһә, әгәр улар иман килтергән булһалар, Беҙ уларҙы яҡшы тормош менән тереклек иттерербеҙ һәм эшләгәндәренә ҡарағанда ла яҡшыраҡ әжер бирербеҙ» (Ҡөрьән, «Бал ҡорто» сүрәһе, 16:97). Иман – ул ниндәйҙер теория түгел, иман «Мин ни өсөн йәшәйем?» тигән ҙур һорауға яуап бирә. Ошо һорауға тура яуап тапмайынса тороп, кеше бер ҡасан да дөрөҫ итеп йәшәй алмай. Ул йә һәр ваҡыт шул турала уйлана, ләкин яуап таба алмағанлыҡтан тыныс йәшәй алмай, йә инде ул турала бөтөнләй уйламаҫҡа тырыша, әммә был саҡта ла уға тыныслыҡ юҡ. Мөьмин кеше өсөн иһә был донъяла йәшәү ҙур ниғмәткә әйләнә. Аллаһы Тәғәләнең кешеләргә күрһәткән бөйөк мәрхәмәтлелектәренең береһе – Ул күңел тыныслығын һәм бәхетте тормоштоң матди яғы (байлыҡ, аҡса, һаулыҡ) менән бәйләмәгән. Кемдер яҡшы эш хаҡы алырға мөмкин, әммә барыбер үҙен бәхетле кеше итеп тоймай, кемдер һау-һаҡ, әммә уның да күңеле тыныс түгел... Шул арҡала кешеләр был тормош менән ҡәнәғәт түгелдәр, уларға һаман да нимәлер етмәй, уларға һаман да күберәк кәрәк: күберәк аҡса, күберәк байлыҡ, күберәк кәйеф-сафа һәм башҡаһы. Бындай йәмғиәттәрҙә тиҙ арала төрлө ҡурҡыныс сирҙәр һәм боҙоҡлоҡтар баш ҡалҡытыусан: наркомания, алкоголизм, зина ҡылыу, ғәйбәт таратыу, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, үлтереш, коррупция... Ни өсөн кешеләр был бәләләргә юлығалар? Иң төп сәбәп – аслыҡ, ярлылыҡ, йә наҙанлыҡмы ни? Юҡ, төп сәбәбе – күңел тыныслығы булмауҙа, тормоштан ҡәнәғәтлелек юҡлыҡта. Шул уҡ ваҡытта, сағыштырып ҡарағыҙ, донъяла күпме мөьмин кеше йәшәй, улар араһында матди яҡтан бик тә ярлы көн иткәндәр бар. Әммә унан: «Хәлең нисек?» - тип һораһаң, ул: «ӘлхәмдүлиЛләһ!» - тип яуап бирә. Һис көрһөнмәй, һис тә: «Мин ярлы, мин мохтаж», - тип яр һалмай. Йә иһә ҡайһы бер кешеләрҙә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ауырыу табалар. Әммә унан да: «Хәлең нисек?» - тип һорайһың икән, ул да: «ӘлхәмдүлиЛләһ!» - тип яуап бирә, йәғни «Аллаһҡа шөкөр!» Ни өсөн ул шөкөр итә? Сөнки ул үҙ яҙмышының Аллаһ ҡулында икәнен аңлай. Матди етешлек күңел тыныслығы бирмәй – ул тормошобоҙҙоң төп мәсьәләһе түгел. Кеше үҙе эстән, йөрәк түренән үҙгәрергә тейеш. Әгәр кешенең күңелендә Аллаһы Тәғәлә алдында яуаплылыҡ хисе уяна икән – ҡыйынлыҡ күрһә лә, шатлыҡ күрһә лә, ул шул хәлдәр менән дөрөҫ мөғәмәлә итә һәм бәхет хисе тоя. Иман беҙҙә ихтыяр көсө уята. Ихтыяр көсө булмаһа, кем афәтле гонаһтарҙан йыраҡлаша алыр? Ихтыяр көсө булмаһа, кем ете тапҡыр ҡолағандан һуң да һигеҙенсе тапҡырға кире аяҡҡа баҫыр? Ихтыяр көсө булмаһа, кем ҙур- ҙур уңышһыҙлыҡтар кисергәндән һуң да төңөлөп ҡалмаҫ, ә ең һыҙғанып, Аллаһҡа тәүәккәлләп, яңы тормош ҡора башлар? Әгәр кеше Аллаһҡа, Ҡиәмәт көнөнә, тәҡдиргә, Изге китаптарға, фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә, ғөмүмән, был донъяның ваҡытлы ғына икәненә, бынан һуң тағы ла Мәңгелек тормош булырына инана һәм шул принциптарға таянып йәшәй башлай икән – ул үҙгәрә. Әгәр беҙ үҙ йәмғиәтебеҙҙең, үҙ өммәтебеҙҙең, үҙ халҡыбыҙҙың яҡшы яҡҡа үҙгәреүен теләйбеҙ икән, беҙҙең һәр беребеҙ шул үҙгәреште үҙенән башларға тейештер. Сөнки йәмғиәттең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һәр айырым кешенең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенән ғибәрәт. Үҙгәрергә, иманға килергә ВАҠЫТ! Рәфис хәҙрәт ӘБЕЛҒӘТИН, "Ваҡыт!"

Теги других блогов: ислам башҡорт дәғүәт