#ислам #башҡорт #нәсихәт ВАҠЫТ ХАҠЫ ⏳ БисмиЛләәһи-ррахмәәни-ррахиим! Был донъяла мосолмандың төп капиталы – ваҡыт. Сөнки кешенең ғүмере тап ваҡыттан тора. Ваҡыт аҡсанан һәм байлыҡтан ҡыйбатыраҡ. Әгәр ҙә үлем мәле етһә, кеше бөтөн байлығын бирһә лә, өҫтәмә ваҡыт итеп бер көн дә, бер сәғәт тә, хатта бер минут та ала алмаясаҡ. Аллаһ Тәғәлә күп аяттарҙа ваҡыт тураһында әйтеп үтә, тимәк шул рәүешле ваҡыттың мөһимлеген күрһәтә. Мәҫәлән: ✨«Киске ваҡыт менән ант итәм! Ысынлап, бөтә кеше хәсрәткә табан бара. Тик иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылып, бер-береһен хаҡлыҡҡа өндәүселәр һәм бер-береһен сабырлыҡҡа саҡырыусыларҙан башҡа!»✨ - ти (Ҡөрьән, «Киске ваҡыт» сүрәһе, 103:1-3). Ваҡыт – ул мөьмин өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро, ә хаҡиҡәттән йөҙ сөйөргәндәр Аллаһ тарафынан бирелгән ошо ҡәҙерле ваҡыттарын, үҙ-үҙҙәрен аяныс бәләгә тарытып, гонаһтар ҡылып үткәрә. Әлбиттә, мөьмин кешеләр ҙә гонаһ-хата ҡылып ҡуя, тик улар тиҙ арала хаталарын аңлап, Аллаһҡа тәүбә итә. Шуның менән был донъя һәм Ахирәт бәхетенә ирешәләр, иншәәАллаһ. Шулай уҡ, Аллаһ биргән «донъялыҡ тарихы» тигән ваҡыт киҫәгендә уйлана белгән кешеләр өсөн бик күп ғибрәтле аяттар һәм һабаҡ булырлыҡ ваҡиғалар бар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә ошо биш нәмә тураһында һоралмайынса бер кем дә урынынан ҡуҙғалмаҫ: ғүмере тураһында – уны нисек үткәрҙе, йәшлеге тураһында – уны нимә өсөн файҙаланды, байлығы тураһында – ҡайҙан алды һәм нимә өсөн тотондо, белеме тураһында – уны нисек ҡулланды» (Тирмиҙи, Бәйһәҡи йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис). Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тағы ла шундай һүҙҙәрен еткерә: «Күп кешеләр ике ниғмәттән мәхрүм ителгән: һаулыҡтан һәм буш ваҡыттан» (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Хәҙерге көндәрҙә мосолмандарҙың ваҡытҡа ҡарата мөнәсәбәтенә ҡараһаҡ, шуны күрәбеҙ: улар, әйтерһең дә, тик ашап-эсеү, мал йыйыу, уйнау, көлөү, йорттар төҙөү һәм балалар үҫтереү өсөн генә бар ителгән кеүек. Был әлеге көндәрҙең күренеше. Әгәр шулай икән, беҙ ҡайһы еребеҙ менән кафырҙар һәм хайуандарҙан айырылабыҙ? Улар өсөн бит был донъяла берҙән-бер маҡсат – ашау-эсеү һәм донъя рәхәттәрен эҙләү. Һәм улар өсөн тапҡан малдарының, ашаған ризыҡтарының хәләлме, хараммы икәнлегендә һис айырма юҡ. Ә бит Аллаһ беҙҙе бик ҙур һәм бөйөк маҡсат өсөн бар иткән. Ҡөрьән-Кәримдә Ул аңлатып әйтә: ✨«Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе фәҡәт Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә бар иттем»✨ («Елгәреүселәр» сүрәһе, 51:56). Һәм тағы ла шулай ти: ✨«Беҙ һеҙҙе ҡыҙыҡ өсөн генә бар иткәнбеҙ ҙә, һеҙ Беҙгә кире ҡайтарылмаясаҡһығыҙ, тип уйланығыҙмы ни?» (Ҡөрьән, «Иманлылар» сүрәһе, 23:115). Имам Ән-Нәүәүи (Аллаһ уға рәхимле булһын) әйткән: «Был аятта Аллаһ Тәғәлә ап-асыҡ итеп кешеләрҙе ни өсөн бар иткәне тураһында белдерә. Шуның өсөн кешеләр юҡтан бар ителеү маҡсатына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш. Улар донъя ҡыуыуҙа тыйнаҡлыҡ күрһәтһен – был ваҡытлыса ғына донъя, ә мәңгелек түгел. Ысынында беҙҙең тормошобоҙ ярға барып терәлгәнсе генә ултырып бара торған бер кәмәгә оҡшаш». Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Биш әйберҙе икенсе биш әйбер алыштырғанға саҡлы ҡулланып ҡал (йәғни, ҡәҙерен бел): ҡартлығың килгәнсе – йәшлегеңде, ауырыу килгәнсе – һаулығыңды, мохтажлыҡ килгәнсе – байлығыңды, мәшғүллек алдынан – буш ваҡытыңды һәм үлем килер алдынан – ғүмереңде» (Әл-Хәким йыйынтығынан, сахих хәҙис). Кешенең был донъялағы тормошо сәсеү ваҡытына оҡшаған, ә ураҡ урыу, емеш йыйыу ваҡыты – тегендә, Ахирәттә. Шуның өсөн мосолман кешегә ғүмерен файҙаһыҙ эштәргә тәләфләү һис килешкән эш түгел. Был бит уның капиталы, иң ҡиммәтле байлығы! Кем ваҡыттың ҡәҙерен был донъяла танымаһа, таныр көнө киләсәк. Ваҡыттың мөһимлеге менән бергә, шулай уҡ, ул көндө ул изге ғәмәл менән яман ғәмәлдәрҙең айырмаһын, береһенең юғары дәрәжәләргә күтәргәнен, ә икенсеһе «әсфәлә сәфилин» – Тамуҡтың иң түбән, иң ҡыҙыу утына дусар иткәнен дә аңлаясаҡ. Тик һуң булыр. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, кешеләр ике тапҡыр бушҡа уҙғарылған ваҡыт өсөн үкенәсәк. Әммә үкенеү бер ниндәй файҙа килтермәйәсәк: 💠 1) Беренсеһе – үлем килгән ваҡытта. Мәле еткәс, кеше был донъяны ҡалдырып китер. Шул ваҡыт ул саҡ ҡына булһа ла ғүмере оҙонайыуын теләр, кисектереүҙе һорар. Барыһын да төҙәтер, үҙгәртер, ҡыуып етер инем, тип үкенер. Әммә уға бер секунд та артыҡ ғүмер бирелмәҫ. ✨«Берәүһенә үлем килһә, ул: «Раббым, мине кире ҡайтар, бәлки мин ҡалдырған нәмәмдә изгелек эшләрмен!» - тиер. Юҡ! Был – уның әйткән һүҙе генә, уларҙың артында ҡәберҙән кире сығарылыр көнгә ҡәҙәр ҡорма тора»✨ (Ҡөрьән, «Иманлылар» сүрәһе, 23:99-100). 💠 2) Икенсеһе – Ахирәттә. Ул саҡ һәр бер йән эйәһе үҙе эшләгән эштәрен алдында табасаҡ һәм ғәмәлдәре бәрәбәренә әжерен йәки язаһын аласаҡ. Йәннәт әһелдәре – Йәннәткә, Йәһәннәм әһелдәре иһә Йәһәннәмгә инәсәк. Шул ваҡыт Йәһәннәм әһелдәре – кафырҙар – кире был донъяға ҡайтырға теләрҙәр. Тормоштарын иманлы итеп үткәрер өсөн, яҡшы ғәмәлдәр ҡылыр өсөн. Ләкин улар теләгән нәмәне кире ҡайтарып булмай. Ғәмәл ҡылыу ваҡыты үтте һәм хисап ваҡыты килде. Ҡиәмәт көнөнөң ҡурҡынысы, эҫелеге, интектергес ғазабы көсәйгән һайын уларға был донъяла үткән тормоштары ҡыҫҡа ғына булған кеүек тойола башлар. Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарында әйтелеүенсә, кафырҙар өҫтөнә ғазап төшкәс, улар: ✨«Был донъяла беҙ бер көн йәки көндөң бер өлөшөн генә үткәргәнбеҙҙер...»✨ - тип әйтәсәктәр («Иманлылар» сүрәһе, 23:113). Ваҡытты аҡса менән сағыштырып була. Улар икеһе лә табыу өсөн тырышлыҡ һәм шулай уҡ тотоноуҙа һаҡлыҡ талап итә. Айырма тик шунда – ваҡытты йыйып тотоп та, һаҡлап та һәм, бигерәк тә, күбәйтеп тә булмай. Файҙаһыҙ үтеп киткән минутты бер ҡасан да кире ҡайтара алмаясаҡһың, хатта донъяның бөтөн байлыҡтарын бирһәң дә... Әгәр ваҡытыбыҙ сикләнгән икән, ғүмеребеҙ оҙонлоғо тәҡдир итеп яҙылған икән, уны оҙонайтып та, ҡыҫҡартып та булмай. Тимәк, уның баһаһы – уны аҡыл менән ҡулланыу. Мосолман кеше ваҡытҡа ҡарата һаҡ булырға тейеш. Ҡыҫҡа ғына ваҡытын да, оҙонон да изге эштәр өсөн ҡулланырға тырышһын. Шулай уҡ, ваҡытты аҡыл менән файҙаланыу өсөн мосолман уны ниндәй ғәмәлдәргә һәм ниндәй миҡдарҙа ҡулланыу яҡшыраҡ булыр икәнен дә аңларға бурыслы. Иң яҡшыһы – ваҡытыңды Аллаһ юлында сарыф итеү. Бындай эшкә күпме генә ваҡытыңды ҡулланһаң да, аҙаҡ үкенмәҫһең! Хәсән әл-Басри (Аллаһ уға рәхимле булһын) әйткән: «Аллаһтың берәй бәндәне ярҙамһыҙ ҡалдырыуының билдәһе – ул кешенең файҙаһыҙ эштәр менән мауығыуылыр». Әбү Хәзим (Аллаһ уға рәхимле булһын) әйткән: «Был донъяла Ахирәт эштәре күп кешеләр өсөн кәрәкмәгән үтмәҫ тауар кеүек. Әммә килер ваҡыт, ул сағында был эштәр ҡыйбатланыр, ләкин уларҙы эшләргә форсат булмаҫ. Кешенең ғәмәл ҡылыу мөмкинлеге өҙөлдө икән, ҡайғы һәм үкенеүҙән башҡаһын көтмәһен. Ул йәшәү һәм ғәмәл ҡылыу хәленә кире ҡайтырға теләр, ләкин инде (был теләктән) файҙа юҡ». Көн артынан көн үтә, үткән көн йырағая, киләһе көн яҡыная – бирелгән ваҡыт ҡыҫҡара. Фүдәйл ибн Ғияд (Аллаһ уға рәхимле булһын) бер кешенән: – Һиңә нисә йәш? - тип һорай. – Алтмыш, - ти тегеһе. – Һин алтмыш йыл Раббыңа табан бараһың һәм тиҙҙән барып етәсәкһең. – Иннәә ли-Лләәһи үә иннәә иләйһи рааджиғүүн (Беҙ – Аллаһтыҡы һәм ҡайтыуыбыҙ ҙа – Уға), - ти теге кеше. – Ә һин был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен беләһеңме?! Кем дә кем Аллаһҡа ҡайтасағын аңлаған икән, белһен: ул һораласаҡ. Ә кем һораласағын аңлаған икән – яуап әҙерләһен! - ти Фүдәйл. – Ни эшләргә һуң миңә? - тип һорай теге. Фүдәйл әйтә: – Ҡалған ғүмереңде изгелектә үткәр, һәм һинең гонаһтарың юйылыр. Ә әгәр ҙә һин ҡалған ғүмереңде лә гонаһтар ҡылып үткәрһәң – элекке гонаһтарың өсөн дә, киләсәктә ҡыласаҡ гонаһтарың өсөн дә ҡаты яуап бирәсәкһең! Кешенең ваҡыты – уның ғүмере. Ошо ваҡыт арҡалы уның мәңгелек тормошо билдәләнә. Йә Йәннәт баҡсалары, йә Йәһәннәм соҡорондағы интегеүҙәр. Ваҡыт тиҙ үтә, гүйә, күктә йөҙгән болоттар кеүек. Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн күпме ваҡытыңды сарыф иттең икән – бына шул ысын йәшәү. Ҡалған ваҡытты һанап тороу кәрәкмәй – ул хайуан тормошо кеүек. Кем ғүмерен ғафиллыҡта, йоҡола һәм ял итеүҙә генә үткәрә икән – уның өсөн йәшәүгә ҡарағанда үлеме яҡшыраҡ. Ағай-эне, туғандар! Ваҡытығыҙҙы файҙалы итеп үткәрегеҙ, минутын да әрәм итмәгеҙ. Үлем килгән ваҡытта: «Раббым! Мине кире ҡайтар», - тиеүселәрҙән булмағыҙ! Рәфис хәҙрәт ӘБЕЛҒӘТИН, "Ваҡыт!"

Теги других блогов: ислам башҡорт нәсихәт