ҺАҠ БУЛ❗❗#секта
⛔ Нәзим әл-Хаҡҡани исемле суфыйҙың инаныстары һәм эштәре
❓ ҺОРАУ: Суфыйҙарҙың Нәҡшбәндиә тәриҡәте етәкселәренең береһе Нәзим Хаҡҡани тураһында һорау борсой. Ул һәм уның ишеләр менән нисек мөғәмәлә итергә кәңәш бирһәгеҙ ине.
❗ ЯУАП: Бөтә маҡтауҙар Аллаһҡа.
Мөхәммәт Нәзим Хаҡҡани исемле был кеше – нәҡшбәндиә суфыйҙарының абруйҙарынан. Ул Ҡыпрыста (Кипрҙа) йәшәгән һәм һижри 1435 (миләди 2014) йылда вафат булған. Уның Европала, Америкала, Көнсығыш Азияла һәм башҡа ерҙәрҙә эйәрсәндәре бар. Нәҡшбәндиә тәриҡәте буйынса бер нисә әҫәр әүәлмәне (авторы).
Уның хәле менән танышҡандан һуң, күп кенә ҡурҡыныс һәм оло гонаһтарға юлыҡҡанлығы асыҡланды. Шуларҙан ҡайһы берҙәре, мәҫәлән:
❌ Асыҡтан-асыҡ күп илаһлыҡ (ширк) тураһында белдереүе. Сөхбәттәренең береһендә ул: "Беҙгә Раббыға туранан-тура мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Идарасы ҡотопҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин", – ти (ҡотоп – суфыйҙарҙың иң юғары кимәл әүлиәһе). Шунан һуң: "Ҡотоптар – Аллаһтың вәкилдәре, улар күктәге Һаҡлаулы таҡтаны (әл-Ләүх әл-Мәхфүзде) уҡый һәм донъя эштәре менән идара итә", – тип ҡуя.
📌 Һылтанмаһы (5-се минуттан): http://safeshare.tv/w/LFEiguoAbk
Был – раббылыҡта ла, илаһлыҡта ла Аллаһҡа иптәштәр ҡушыу (ширк әр-рубубиә һәм ширк әл-үлүһиә):
1️⃣ Аллаһ Тәғәлә менән бергә бүтән идарасы ла бар, тип инаныуы – раббылыҡта Аллаһҡа тиңдәштәр тотоу булһа,
2️⃣ Аллаһ Тәғәләгә туранан-тура доға ҡылмайыҡ, ҡотоптар аша мөрәжәғәт итәйек, тип саҡырыуы – илаһлыҡта ла Аллаһты берҙән-бер тип һанамауы.
Ғөмүмән, ширктың был төрө суфыйҙар араһында киң таралған. Элек суфый булған, әммә аҙаҡ Аллаһ уны тәүхидкә (бер илаһлыҡҡа) һәм сөннәткә йүнәлткән Мөхәммәт әз-Зәмзәми шәйх (Аллаһ Тәғәлә уға рәхимле булһын) суфыйҙарҙың был бидәғәттәре тураһында шулай ти:
📖 "Әүлиәләр был донъяла идаралыҡ итә: бирәләр һәм алалар, ҡеүәтләйҙәр һәм түбәнһетәләр, үрләтәләр һәм төшөрәләр, тип дәғүәләшә улар. Һәм ошо алама инаныстары арҡаһында улар үҙҙәренең әүлиә тип ышанған кешеләренә йүнәлә һәм уларҙан үҙҙәренә кәрәкте һорай. "Улар – Аллаһ ҡашындағы яҡлашыусылар! Беҙ уларҙан һорайбыҙ, ә улар иһә беҙҙең йомош менән Аллаһтың Үҙенә өндәшә", – тиҙәр. Һәм әүлиә ҡәберҙәрен зыярат ҡылғанда:
"Аллаһ – юғары,
ә һеҙ – Уға ишек!
Кем һеҙгә килә,
шул – маҡтаулы кеше!"
– тип йырлайҙар.
Был аҡида – һындарға табыныусы мөшриктәрҙең аҡидаһы. "Аллаһ алдында улар беҙҙең хәжәттәрҙең үтәлеүен юллай, шуға ла уларға табынабыҙ", – ти улар. Аллаһ Үҙе ундайҙар хаҡында Ҡөрьән-Кәримдә былай тип хикәйәләгән:
💠 "Улар, Аллаһтан тыш, бер кемгә лә зыян да, файҙа ла килтерә алмаҫтай нәмәләргә табына һәм: "Былар – Аллаһ ҡашындағы беҙҙең яҡлашыусылар", – тиҙәр. Әйт: "Әллә Аллаһҡа Уның күктәрҙәге һәм ерҙәге белмәгән нәмәләрен хәбәр итмәксеһегеҙме? Дан Уға! Үҙенә тиңдәш тотолған нәмәләрҙән юғары Ул!" ("Юныс" сүрәһе, 10:18).
Шул рәүешле Аллаһ Тәғәлә ул суфыйҙарҙың алдағын Үҙе юҡҡа сығара.
Ошо бидәғәт арҡаһында үлеләрҙең ҡәберҙәре ябай халыҡ өсөн ҡыйынлыҡ-фәлән мәлдәрендә юлланыр төлөккә әүерелде. Балаға ҡалыуҙы һорап та, сирҙән шифа эҙләп тә ҡәберҙәргә йүнәләләр. Һәм ҡәберҙәр хәҙер – элекке мөшриктәрҙең Аллаһтан тыш табынған һынташтары кеүек".
📚 Мүхәммәд әз-Зәмзәми, "Кәшәнәләр һәм ундағы шелтәле эштәр һәм бидәғәттәр" китабынан, 50-се бит.
❌ Шул уҡ ваҡытта Хаҡҡани үҙенең әйткәндәренә үҙе ҡаршы килә. Ҡотоптар аша һорағыҙ, тиһә лә, Рум бабаһы (папа римский) Бенедикт XVI менән осрашҡанында: "Минең өсөн доға ҡылһағыҙ ине", – тип шул насраниҙар башлығынан һорай. Һәм бындай күренештәр – ул аҙашыусыларҙың диндәре лә, тәбиғи асылдары ла (фитраттары) баштүбән әйләнгәнлегенә ишара. Үҙе мосолмандарҙы Аллаһҡа тура өндәшеүҙән дүндереп маташа, үҙе иһә Ғайса пәйғәмбәргә табыныусы тәреселәр бабаһынан уның өсөн доға ҡылыуын үтенә.
📌 Һылтанмаһы: http://safeshare.tv/w/QWrflWICNw
Урыҫсаға тәржемә ителгән ҡыҫҡараҡ видеоһы: https://youtu.be/jsJvjZxGmHU
❌ Шулай уҡ, был – уның "ҡәрҙәшлек һәм ҡатнашһыҙлыҡ" (әл-үәлә үәл-бәра) аҡидаһының да юҡ икәнлегенә дәлил. Тәреселәр башлығы менән ҡәрҙәштәрсә, йомшаҡ мөғәмәлә итә, хатта мөриттәренең береһе, эйелеп, бабаның ҡулдарын үбеп ала. Әммә бүтән урында был кеше, мәҫәлән, "сәләфиҙәр" тип исемләнеүсе мосолмандарҙы ҡаты итеп, урам һүҙҙәре менән һүгә. Ошондай күренештәр бәғзе тикшеренеүселәрҙең: "Ислам өммәтенең бөлгөнлөккә төшөүенең бер сәбәбе – ул суфыйҙарҙың көфөрлөк (тағут) башлыҡтары менән ҡатнашлыҡ итеүе", – тигән һығымтаһын ҡеүәтләй генә.
❌ Уның аҙашыуҙарынан тағы ла: үҙен инде Тамуҡтан азат ителгән әүлиә тип һанауы. Уң яҡ яурынындағы фәрештәһе уның яҡшы эштәрен яҙып бара, әммә һул яҡ фәрештәһе бер нәмә лә яҙмай, имеш, тип дәғүәләй ул.
📌 Һылтанмаһы: http://safeshare.tv/w/JHAkzHsMkt
❌ Аҙашыуҙарынан тағы ла: үҙенең мәжлестәрендә (мәсеттәрҙә) бейеү менән булышыуы. Ундайҙар тураһында түбәндәге шиғыр юлдарын яҙып ҡалдырыусы Ибн әл-Ҡаййим имамға Аллаһ Тәғәлә рәхимле булһын:
Ҡөрьән уҡылғанда – баштар ауыш,
Әммә был тыйнаҡлыҡ – уйын бары.
Бына башланды көй, ҡупты тауыш –
Әйтерһең дә, ишәк туйы бара!
Ул һыбыҙғы, дөңгөр, ҡысҡырышыу,
Ул бейеүҙәр ырғып-бәүелешеп!..
Юҡ, Аллаһҡа түгел был тырышыу,
Диндән кәмит яһау – шайтан эше!
📌 Бейеүле мәжлестәренән бер күренеш: http://safeshare.tv/w/coQduVHEUB
Үрҙәге һылтанма иҫке, ахыры — асылмай. Уның урынына, мәҫәлән, хаҡҡаниҙар сектаһының бүтән бер мәжлесенән бейеү күренеше: https://youtu.be/h3b4Kk-luyA
❌ Шулай уҡ, мәҫәлән: уның мәжлестәрендә ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар бергә була. Ул ғына ла түгел, ғәүрәттәрен ҡапламаған һәм биҙәнгән ҡатындар "шәйх" янына үтеп, уның ҡулдарын үбә! Видеолары Үрмәлә (Интернетта) бар, был юлайы һылтанма һалып тормаҫҡа рөхсәт итегеҙ.
✅ Шулай итеп, ошо бәғзе миҫалдар аша был әҙәмдең дөйөм хәлен бер аҙ булһа ла асыҡланыҡ. Ә уның хөкөмөнә килгәндә иһә, былай тибеҙ:
Шик юҡ, Нәзим әл-Хаҡҡани тигән был кеше оло гонаһтарға һәм ҡурҡыныс бидәғәттәргә төшкән. Уларҙың араһында Ислам диненән сығарыусы гонаһтар ҙа бар, унан кесерәктәре лә. Был әҙәм һәм уның эйәрсәндәре – иң күп аҙашыуҙарға дусар булған бәндәләрҙән. Һәм һеҙгә унан һәм уның эйәрсәндәренән кешеләрҙе киҫәтергә, уларҙың диндән тайпылыуҙары тураһында хикмәт менән аңлатырға кәрәк. Хикмәт (аҡыллылыҡ) менән аңлатыу – Аллаһтың һәм Уның рәсүленең ﷺ нәсихәте.
Ә әл-Хаҡҡаниҙың үҙен йә уның аныҡ берәй эйәрсәнен шәхсән "кафыр" тип әйтә алыу (көфөрлөккә сығарыу) өсөн, иң тәүҙә айырым бер шарттар үтәлергә һәм айырым бер тотҡарлыҡтар юҡ ителергә тейеш. Тәкфир мәсьәләһендә сөннәт һәм йәмәғәт әһелдәренең ҡағиҙәһе шулай. Тәкфир нескәлектәре хаҡында аҡида китаптарында уҡый алаһығыҙ.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
📝 Фәтүә Мүхәммәд Салих шәйх әл-Мүнәджид етәкселегендәге Islamqa.info тигән сайттан алынды.
🌐 t.me/mosolman_com
#ислам #башҡорт #секта