❗РӘЖӘП АЙЫ ТУРАҺЫНДА 1️⃣ Ай календары буйынса Рәжәп айы - йылдың етенсе айы һәм дүрт хәрәм айҙарҙың береһе. Аллаһ Тәғәлә әйтә: إِنَّ عِدَّةَ الشُّهُورِ عِنْدَ اللَّهِ اثْنَا عَشَرَ شَهْراً فِي كِتَابِ اللَّهِ يَوْمَ خَلَقَ السَّمَاوَاتِ وَالأَرْضَ مِنْهَا أَرْبَعَةٌ حُرُمٌ ذَلِكَ الدِّينُ الْقَيِّمُ فَلا تَظْلِمُوا فِيهِنَّ أَنْفُسَكُمْ "Дөрөҫлөктә, Аллаһ алдында айҙар һаны — ун ике. Аллаһ күкте һәм ерҙе яралтҡан көндө Китапҡа шулай яҙылған ине. Шуларҙың дүртеһе - хәрәм айҙар. Хаҡ дин ошо, шуға күрә ул айҙарҙа үҙегеҙгә ҡарата золомлоҡ ҡылмағыҙ». (Әт-Тәүбә сүрәһе 9:36) 🔻Хәрәм, тыйылған айҙар - ул Рәжәп (раджәб), Зөлҡағиҙә (ҙүл-ҡағдә), Зөлхизә (ҙүл-хиджә) һәм Мөхәррәм (Мүхәррам) айҙары. 🔹Әбү Бәкерҙән, Аллаһ унан риза булһын, Пәйғәмбәрҙең ﷺ былай тип әйтеүе килә: «Йыл ун ике айҙан тора. Шуларҙың дүртеһе - хәрәм айҙар: өсөһө бер-бер артлы киләләр - Зөлҡағиҙә, Зөлхизә һәм Мөхәррәм, ә дүртенсеһе Рәжәп айы Йомадәл-ахирә һәм Шәғбән айҙары араһында килә". (📚Бохари, 4662; Мөслим, 1679) ❓Ни өсөн был айҙар "хәрәм, тыйылған" тип атала? ✅Cөнки: 🔸Беренсенән, был айҙарҙа һуғыштар тыйыла (дошман үҙе һөжүм итмәһә генә). 🔸Икенсенән, был айҙарҙа хоҡуҡ боҙоу һәм гонаһ ҡылыу башҡа айҙарға ҡарағанда етдирәк. ❗Шуға күрә, Аллаһ Тәғәлә был айҙарҙа гонаһ ҡылыуҙы тыйған: فَلا تَظْلِمُوا فِيهِنَّ أَنْفُسَكُمْ "... шуға күрә ул айҙарҙа үҙегеҙгә ҡарата золомлоҡ ҡылмағыҙ». (9:36) Гонаһтар ҡылыу һәм Аллаһ Тәғәләне тыңламау йылдың һәр айында ла тыйылған булыуға ҡарамаҫтан, хәрәм айҙарҙа был тыйыу тағын да көслөрәк. 2️⃣ Икенсенән, Рәжәп айындағы ураҙаға килгәндә, был айҙа ураҙаның айырым дәрәжәһе йәки был айҙа махсус ураҙа тураһында бер генә дөрөҫ хәҙис тә юҡ. Эйе, дөрөҫөндә Пәйғәмбәрҙән ﷺ ошондай хәҙис килә: "Хәрәм айҙарҙа ураҙа тот һәм (ураҙаны) ҡалдыр". (📚Әбү Дауыт. Әс-сүнән, 2428 хәҙис). Әммә бында һүҙ ғөмүмән хәрәм айҙар хаҡында бара, йәғни Рәжәп, Зөлҡағиҙә, Зөлхизә һәм Мөхәррәм айҙарында ураҙа тотоу мөстәхәб. ❗Шулай итеп, Рәжәп айында, башҡа тыйылған айҙарҙа кеүек үк, ураҙа тотоу яҡшы ғәмәл. Әгәр ҙә кеше, был хәҙискә таянып, Рәжәп айында һәм ҡалған өс хәрәм айында ураҙа тотһа, бында бер ниндәй гонаһы ла юҡ. Тик Рәжәп айын ғына ураҙа тотоу өсөн айырып алыу - ГОНАҺ. 🚫Һәм әгәр ҙә ҡайһы бер кешеләр был айҙың көндәрен махсус ураҙа менән айырһалар, бында айырым бер дәрәжә (сауап) бар тип уйлаһалар, быға Аллаһ Тәғәләнең шәриғәтендә бер ниндәй нигеҙ юҡ. 📝Шәйех ибн Тәймиә, Аллаһ уға рәхимле булһын, былай тигән: "Рәжәп айындағы махсус ураҙаға килгәндә, бының хаҡта килгән хәҙистәр ЗӘҒИФ (көсһөҙ) һәм хатта уйлап сығарылған. Ғалимдар уларҙың береһенә лә нигеҙләнмәйҙәр... Был хәҙистәрҙең күбеһе ялған һәм уйлап сығарылған..." (📚Ибн Тәймиә. Мәджмүғ үл-фәтәүә. 25 том. 290 бит.) 📝Ибн әл-Ҡаййим, Аллаһ уға рәхимле булһын, әйтте: "Был айҙа ураҙа тотоу һәм ҡайһы бер төндәрендә махсус намаҙ уҡыу тураһындағы хәҙистәр ялған һәм ғәйбәт булып тора". (📚Ибн әл-Ҡаййим. Әл-мәнәр үл-муниф. 96 бит) 📝Ибн Хәджәр, Аллаһ уға рәхимле булһын, былай тине: "Рәжәп айының дәрәжәһе хаҡында, был айҙа йәки был айҙың бер өлөшөндә ураҙа тотоу хаҡында, был айҙың ҡайһы бер төндәрендә намаҙ уҡыу хаҡында, дәлил итеп килтерә алырлыҡ бер хаҡ хәҙис тә юҡ. (📚Ибн Хәджәр. Табйин үл-ғәджәб. 11 бит) 📝Шәйех ибн Ғүҫәймингә, Аллаһ уға рәхимле булһын, Рәжәп айының 27-се көнөндә ураҙа тотоу һәм 27-се төнөндә намаҙ уҡыу хаҡында һорау биргәс, ул былай тип яуап бирҙе: "Рәжәп айының 27-се көнөн ураҙа менән һәм 27-се төнөн намаҙ уҡыу менән айырып алыу - яңылыҡ, ә һәр яңылыҡ - аҙашыу. (📚Ибн Ғүҫәймин. Мәджмүғ үл-фәтәүә Ибн Ғүҫәймин. 20 том. 440 бит) 📌Йомғаҡлап әйтһәк, әгәр ҙә һеҙ башҡа хәрәм айҙарында кеүек Рәжәп айында ураҙа тотһағыҙ - был яҡшы ғәмәл булып һанала, әммә Рәжәп айын ғына айырып алып, "был айҙа ураҙа тотоу күпкә сауаплыраҡ, уның махсус дәрәжәһе бар" тип уйлаһағыҙ - был ГОНАҺ, ЯҢЫЛЫҠ (бидғәт) ҡылыу була. 3️⃣ Өсөнсөнән, был айҙа Рағаиб кисе, Рағаиб намаҙы тигән ғибәҙәт тә бар. Быға ла асыҡлыҡ индереп китәйек әле, ин шәә Аллаһ. Рағаиб кисе Рәжәп айының кесе йоманан беренсе йомаһына ҡаршы кисе тип һанала һәм ул төндө 12 рәкәғәтле намаҙ уҡыу яҡшы ғәмәл тип һанайҙар. ❗Әммә ғалимдарҙың берҙәм фекере (иджмәғ) буйынса был көндө айырып 12 рәкәғәт намаҙ уҡыу Аллаһтың шәриғәтендә булмаған, яңы индерелгән, ҡәбәхәт бидғәт ғәмәл. 📝Ән-Нәүәүи әйтте: "Был бик күп шелтәләүсе әйберҙәрҙән торған насар һәм кире ҡағыла торған ЯҢЫЛЫҠ. Был яңылыҡты ҡалдырыу һәм уны эшләүселәрҙе шелтәләү - беҙҙең бурыс булып тора". (📚 "Имәм ән-Нәүәүинең фәтүәләре», 57 бит). 📝Шулай уҡ ән-Нәүәүи былай тип әйткән: "Рәжәп айының беренсе йомаһына ҡаршы төнөндә, киске һәм төнгө намаҙҙар араһында уҡыла торған һәм 12 рәкәғәттән торған "Саләт әр-Рағаиб" тип аталған намаҙ, Шәғбән айының уртаһында уҡыла торған 100 рәкәғәттән торған намаҙ кеүек ЕРӘНГЕС, ШЕЛТӘГӘ ЛАЙЫҠЛЫ ЯҢЫЛЫҠ булып тора". (📚«Әл-Мәджмүғә», 3/548). 📝"Шарх-Муслим"да имам ән-Нәүәүи шулай уҡ былай тип әйтте: "Яңылыҡтың бер төрө булған, аҙашыу һәм наҙанлыҡ булып торған һәм асык яуызлыҡ менән тулған был намаҙҙы уйлап сығарған һәм кереткән кешегә Аллаһ Тәғәләнең ләғнәте булһын". 📝Ибн ән-Нәхәс, Аллаһ уға рәхимле булһын, әйтте: "Был (рағаиб намаҙы) - ЯҢЫЛЫҠ, ә бының хаҡында килгән хәҙис иһә, бөтә хәҙис белгестәренең берҙәм фекере буйынса, УЙЛАП ТАБЫЛҒАН". (📚«Тәнбиһ әл-Ғафилин», 496). 📝«Мәүсүғ әл-Фиҡһиййә»лә (22/262) былай тип әйтелгән: "Имам Хәнәфи һәм әш-Шәфиғи раҫлауынса, билгеле бер рәүештә һәм билгеле бер рәкәғәт һанынан торған Рәжәп айының беренсе йомаһында уҡылған әр-Рағаиб намаҙы йәки Шәғбән айының уртаһында уҡылған намаҙ кире ҡағылыусы ЯҢЫЛЫҠ булып тора". 📝Имам Мәлик, Аллаһ уға рәхимле булһын, былай тине: "Әр-Рағаиб намаҙына килгәндә, уның ҡылыныуы - КИРЕ ҠАҒЫЛА ТОРҒАН ғәмәл, сөнки быға тиклем беҙҙән алда булғандарҙың береһе лә был намаҙҙы уҡымаған ине. Яҡшы ғәмәл иһә улар артынан эйәреүҙән ғибәрәт". 📝Шәйех үл-ислам ибн Тәймиә, Аллаһ уға рәхимле булһын, былай тип әйткән: "Рағаиб намаҙы, имам-ғалимдарҙың берҙәм фекере буйынса - ЯҢЫЛЫҠ, сөнки был намаҙҙы уҡыу Аллаһ Тәғәләнең илсеһе ﷺ тарафынан да, уның хәлифәләре тарафынан да килмәгән. Имам Мәлик, Әш-Шәфиғи, Әхмәд, Әбү Хәнифә, Әҫ-Ҫәүри, Әл-Әүзәғи, Әл-Ләйҫ кеүек дин имамдарының береһе лә әлеге намаҙҙың уҡыуын хупламаны. Ә рағаиб намаҙы хаҡында килтерелгән хәҙистәр, барлыҡ хәҙис белгестәренең берҙәм фекере буйынса, ЯЛҒАН булып тора». (📚«Мәджмүғ әл-фәтәүә», 23/134). 📌📌📌Шулай итеп, Рәжәп айын айырым, махсус ғибәҙәттәр менән (намаҙ, ураҙа, доға, зекерҙәр һ.б.) айырып алыу - Аллаһтың шәриғәтендә нигеҙе булмаған БИДҒӘТ ҒӘМӘЛ булып тора!